Шишмә районында ауыл хужалығы йүнәлешендәге индустрия паркы барлыҡҡа киләсәк. Был туралағы ҡарарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яҡын арала республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы проекттың башында торған “Агротехнологиялар үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөйәсәк.
Өфөнән 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан индустрия паркының 62 гектар майҙаны буласаҡ, ул инженерлыҡ,транспорт, эшлекле һәм социаль инфраструктура менән тәьмин ителәсәк.
Проект авторҙары 200 самаһы эш урыны булдырырға планлаштыра. Дөйөм инвестиция күләме — биш миллиард һум самаһы. “Агротехнологиялар үҙәге” директоры Андрей Ковтуненко белдереүенсә, майҙансыҡтың Өфөгә яҡын булыуы уңайлы.
Индустрия паркы ауыл хужалығы тармағына бәйле буласаҡ. Әлеге мәлдә бында май һығыу заводы эшләй башлаған. Шулай уҡ агрологистика үҙәге, теплицалар, йәшелсә һәм һөт эшкәртеү предприятиелары, ауыл хужалығы техникаһының дилер һәм сервис үҙәктәре һәм башҡалар булыр тип көтөлә.