Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре “Башҡортостан быяла компанияһы” менән танышыуҙан башланды. Предприятиеға 2010 йылда нигеҙ һалынған. Уның директоры Василий Космынин компанияның эшмәкәрлеге, нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләне.
“Беҙ быяланы эшкәртеү буйынса Башҡортостанда алдынғы предприятиеларҙың береһе булып торабыҙ. Барлығы 150 кеше хеҙмәт итә, уртаса эш хаҡы 35 мең һум”, – тине ул.
Радий Хәбиров производство майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, технологик процесс менән танышты. Компания етәксеһе үҙ эшмәкәрлеген элекке “Строймаш” заводының буш торған майҙансыҡтарында башлауы тураһында әйтте.
“Быйыл беҙ 650 миллион һум килем алырбыҙ тип көтәбеҙ, тауарыбыҙҙы БДБ илдәренә һатабыҙ”, – тине ул.
“Строймаш” технопаркында тағы бер предприятие эшләй – “Башпласт”. Был заманса, юғары технологиялы предприятиела кабель һәм электротехник сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы, автопром өсөн полимерлы компаундтар етештерәләр. Компанияла 170 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы – 39 мең һум. Уларҙың тауарҙары шулай уҡ башҡа илдәргә һатыла. Быйыл дөйөм килем – 6,5 миллиард һум булыр тип көтөлә.
Радий Хәбиров ике компанияның да етәксеһен киләһе “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы. Унда уларҙың инвестиция планы һәм ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдары ҡараласаҡ.