Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был өлкәгә яңы фермерҙарҙы ылыҡтырыу өсөн маҡсатлы программалар ҡабул ителә. Иң мөһиме — һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Саҡмағош районында ла үҙ эшен асып, яҙмышын нәҡ ауыл менән бәйләгән, уңышлы ғына эшләп йөрөгән фермерҙар байтаҡ.
Имәнлеҡул ауылынан шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Альфред Дәүләтшин ана шундайҙарҙан.
Тыуған ауылында 9-сы класты тамамлағас, Альфред Саҡмағош һөнәрселек училищеһында техник-механик һөнәрен үҙләштерә, “киләсәктә кәрәге тейер әле” тип уйлай ул. Ике йыл әрмелә булғандан һуң егет, ауылына ҡайтып, мәктәпкә тренер булып урынлаша. Күрше Тамъян ауылында физкультура уҡытыусыһы ла була, баскетбол буйынса секция алып бара. Бер нисә йыл балаларға физик тәрбиә буйынса белем биргәндән һуң, 2006 йылда Бәхтизин исемендәге колхозға механик булып күсә. Бер йылдан һуң иптәштәре менән Өфө ҡалаһына юллана. Төҙөлөштә эшләй, тәҙрә ҡуйыусы ла була.
— Ҙур ҡала һис кенә лә үҙенә ылыҡтырманы, тыуған яҡтар йыш төшкә кереп ыҙалатты. Үҙемә оҡшаған һөнәр ҙә табылды, дуҫтарым да күбәйҙе, әммә күңел ауылға тартылды, — ти Альфред Дамир улы. — Күп уйлап тормай, Имәнлеҡулыма ҡайтырға ҡарар иттем, үкенмәйем. Иң мөһиме — яратҡан эшемә тотоноп, үҙ хужалығымды ойошторҙом.
2016 йылда тырыш егет крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрә, ныҡлап үҫемлекселек менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Ҡуртымға 113 гектар ер ала, бөгөн бынан тыш 13 гектарҙа пай ерҙәрен эшкәртә. Тәүге йылдарҙа арпа, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп, мул ғына уңыш алыуға өлгәшә. Тырышлығының һөҙөмтәһен күреп, егет башкөллө ер эшенә тотона. Яйлап техникалы була. Оҙаҡ йылдар ер, малсылыҡ менән шөғөлләнгән тәжрибәле фермерҙарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып эшләй ул. Ауыл хужалығына арналған күп кенә китаптарҙы уҡып сыға, эшмәкәрлеген фәнни яҡтан нигеҙләп алып барырға ынтыла эшҡыуар.
— Әлбиттә, эш башлап китеү еңелдән булманы, әммә дәрт, теләк булғас, күп кенә ауырлыҡтарға түҙергә тура килде, — ти бөгөн Альфред Дәүләтшин. — Шөкөр, әле туғандарым, атайым менән ағайым — тоғро ярҙамсыларым, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы бергә кисереп өйрәнгәнбеҙ. Ҡаланан ауылға кире ҡайтыуыма үкенмәйем, ауылда ла хәҙер бына тигән итеп йәшәргә, эшләргә була.
Фермер былтыр шәкәр сөгөлдөрөнән мул ғына уңыш алған, арпа ла һынатмаған. Татлы тамырҙы Раевка шәкәр заводына тапшырған. Продукцияны һатыуҙан килгән табышты ул яңы элиталы орлоҡ һатып алыуға, хеҙмәт хаҡы түләүгә, минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләүгә тотона.
Киләсәктә фермер малсылыҡ тармағына ла йөҙ бормаҡсы. Әле мал аҫрар өсөн фермаға нигеҙ һала башлаған, орлоҡ һаҡлау өсөн заманса келәт төҙөп, уңышты унда һаҡларға йыйына. Техникаһын да яңыртып, сәсеү майҙандарын арттырырға иҫәп тота уңған фермер. “Ялҡауланмаҫҡа кәрәк, ә тырышҡан кешегә бөтә юлдар асыҡ. Республика, район етәкселеге лә фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, тимәк, улар беҙгә ышана, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һынатмаҫҡа тейеш”, — ти Альфред Дәүләтшин.