“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙ аҡсаһы етерлек, тип белдерҙе “Төҙөлөш сәғәте”ндә ойошманың генераль директоры Тимур Гадеев.Мәғлүм булыуынса, республика етәксеһе “Роскомснаббанк”тың лицензияһын алыуға бәйле төҙөлөш баҙарында тынысһыҙлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ҡушҡайны. Тимур Гадеев әйтеүенсә, уларҙың компанияһының һуңғы ваҡытта лицензияһыҙ ҡалған банктар менән бәйләнеше юҡ. “Беренсе Трест”ың барлыҡ аҡсалары Рәсәйҙең 20 эре финанс ойошмаһына һалынған.
Компанияның уртаса айлыҡ һатыу күләме – 300 миллион һум. Һуңғы ун көндә генә һатыу хаҡында дөйөм суммаһы 150 миллион һумлыҡ илле килешеү төҙөлгән. Әле “Беренсе Трест” ете объектта эш алып бара. Төҙөлөштә 1400-гә яҡын кеше даими хеҙмәт итә.
Фекер алышыуҙы йомғаҡлап, республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттең төҙөлөш блогына “Беренсе Трест”ың эшенә мониторинг үткәреп торорға, ошо йүнәлештәге барлыҡ компанияларҙы, алданған өлөшсөләрҙең яңы төркөмө барлыҡҡа килмәһен өсөн, һәр яҡлап контролдә тоторға ҡушты.
“Объекттарығыҙ етди, масштаблы, әһәмиәтле, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ”.