Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды18.03.2019
1 ғинуарҙан ауыл ерендә малсылыҡта, үҫемлекселектә, балыҡсылыҡта 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға өҫтәмә түләнәсәге тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә белдереүҙәренсә, республикала барлығы 54,5 мең кеше ошо аҡсаны алған. Түләм 1333 һум 55 тин тәшкил иткән. Ә 3-сө төркөм инвалидтарына ул 667 һум күләмендә билдәләнгән.

Өҫтәмә алмаған, әммә бындай хоҡуғы булған гражданға әле лә мөрәжәғәт итергә һуң түгел. Йыл дауамында тейешле документтарын килтергән кешегә түләмде уҙған 1 ғинуарҙан иҫәпләтеп алыу мөмкинлеге бар. Кем 2019 йылда быға өлгөрмәй, уға аҡса мөрәжәғәт иткәндең киләһе айынан түләнә башлаясаҡ.



Вернуться назад