Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда18.03.2019
Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр райондаБөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте”н аҙна һайын һәр муниципалитетта үткәрергә тәҡдим итте. Хөкүмәт кимәлендәге бындай кәңәшмәләр республикала ноябрҙән алып уҙғарыла. Уның төп маҡсаты – инвестициялар йәлеп итеү.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, хәҙер был эште ҡала һәм райондар кимәлендә лә юлға һалырға кәрәк.

– Күҙгә ташланып торған етешһеҙлек – муниципалитеттарҙың бизнес менән бәйләнеше бик һүлпән. Был бәйләнеште тәьмин итеү өсөн етди регламент булдырыу мөһим. Һәр кесаҙна һәм муниципаль берәмәк башлығы үҙенең “Инвестиция сәғәте”н үткәрәсәк. Унда инвесторҙар һәм район бизнесы вәкилдәре саҡырылһын. Тәүге ултырыштар был аҙнала һәр районда үтергә тейеш, унда тәжрибә уртаҡлашыу өсөн республика “Инвестиция сәғәте” вәкилдәре ҡатнашасаҡ, – тине Радий Хәбиров.


Әйткәндәй, беренсе муниципаль “Инвестиция сәғәте” 14 мартта Кушнаренко ауылында үтте.


Вернуться назад