Учалы районының Ураҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолош ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән.
Унда март башынан алып ҡотороу сире буйынса карантин индерелгән. Йәғни рәсми рәүештә рөхсәт ителгәнгә тиклем эт-бесәй күргәҙмәләре, йорт хайуандары менән һатыу итеү, уларҙы биләмәнән ситкә сығарыу, ҡыр йәнлектәрен аулау тыйыла.
Республиканың Ветеринария идаралығына сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен һәм сығанаҡтарын асыҡларға, уларҙы юҡ итеү сараларын күрергә ҡушылды.