"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн16.03.2019
Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә.

Уның эшендә Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, ҡортсолоҡ предприятиелары, уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнаша.

Арнольд Георгиевич үҙ сығышында илебеҙҙә ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү, донъя баҙарында тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығыу, был өлкәлә заманса алымдарҙы ҡулланыу һ.б. тураһында һүҙ алып барҙы.

Һүҙ алған күптәр 2021 йылда үтәсәк “Апимондия” конгресы алдынан киң мәғлүмәт сараларында тармаҡтың эшмәкәрлеген киңерәк яҡтыртыу, телетапшырыуҙар сығарыу мөһимлеген белдерҙе.

Фойела тармаҡ ҡорамалдары, кәрәк-яраҡ, бал ҡорттарына тәғәйен препараттар менән танышырға мөмкин ине. Төрлө райондарҙан килгән умартасылар тәмле продукцияһын тәҡдим итте.


Вернуться назад