Сибайҙа Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы булып үтте. Унда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең республика иҡтисадына йоғонтоһо, шулай уҡ муниципаль берәмектә уңайлы инвестиция мөхитен тәьмин итеү йәһәтенән урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандартын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәләре тикшерелде. Сираттағы, йәғни өсөнсө ултырыш “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары-2012” төбәк-ара форумына ярашлы үткәрелде. Унда федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре ҡатнаша.
Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙ алды. Артабан “Эшлекле Рәсәй” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушка, республика Президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса советнигы — махсус вәкиле Андрей Назаров һәм башҡалар сығыш яһаны.
М. МӨХӘМӘТОВА.