Биш меңдән ашыу эш урыны буласаҡ08.06.2012
Биш меңдән ашыу эш урыны буласаҡ Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2012” Дөйөм Рәсәй инвестиция форумы асылды. “Стратегия “25–20”: ҡорамалдар, ресурстар һәм бойомға ашырыу юлдары” темаһы буйынса үткән сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушка, Ростов өлкәһенең иҡтисад министры Владимир Бартеньев, Башҡортостан Президентының инновация хеҙмәттәшлеге буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров, шулай уҡ федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, күренекле ғалимдар ҡатнашты. — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге республика тормошонда мөһим урын алып тора, — тине, инвестиция форумын асып, Рөстәм Зәки улы. — Был төбәк Башҡортостандың өстән бер өлөшөн тәшкил итә, уның территорияһында республика халҡының ундан бер өлөшө йәшәй. Потенциаль мөмкинлектәре күп булып та, бөгөнгө көнгә тиклем төбәк иҡтисади ауыр хәлдә ҡала килә. Һуңғы егерме йылда бик күп уҡыу йорттары, мәктәптәр, социаль объекттар асылыуға ҡарамаҫтан, бында эшһеҙлек кимәле юғары, торлаҡ менән тәьмин итеү түбән, иң мөһиме — йәштәр эшкә ситкә китә. Өфө, Магнитогорск, Екатеринбург ҡалалары, Силәбе һәм Төмән өлкәләренә эш эҙләп, ситкә китеүсе йәштәр, тимәк, төбәктең киләсәген күрмәй. Форумдың төп маҡсаттарының береһе — тап ошо мәсьәләне бөгөн хәл итеү, ситкә китеп эшләргә мәжбүр булыусыларҙы үҙебеҙҙең төбәккә ҡайтарыу, уларға ҡулайлы эш урындарын булдырыу һәм яҡшы эш хаҡы түләү. “2012–2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы”на ярашлы, ике меңдән ашыу эш урыны булдырылды, әммә был бик аҙ. Яҡын арала көньяҡ-көнсығыш райондарында барлығы 5 500 эш урыны булдырыу ҡарала һәм беҙ быны тап бөгөнгө форум сиктәрендә тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
Йәшәйеш кимәлен иҡтисад үҫеше билдәләүен иҫәпкә алып, форумда фекер алышыу өсөн темаларҙың киңлеге өҫтөнлөк итә. Улар: иҡтисадтың юғары технологиялы һәм традицион тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыу маҡсатында сәнәғәт үҫешен стимуллаштырыу, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү, туризмды, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм башҡалар.
Һәр район тәҡдим иткән инвестиция проекттары күргәҙмәһе менән уларҙың хакимиәт башлыҡтары таныштырҙы, инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһындырған проекттар менән форум барышында айырым фекер алышыуҙар булды.
Шулай уҡ форум сиктәрендә cекция ултырыштары, дискуссия клубы үтте, студенттар менән берлектә “Мин — йәш”, “30-ға тиклем Көньяҡ Урал. Киләсәк проекттары” тигән темаларға Башҡортостандың йәштәр һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин етәкселегендә “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Инвестфорумда Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һәм “ЭкоСтанкоСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Василий Гуцул араһында Тирмән ауылы янында мәрмәр эшкәртеү производствоһын үҫтереү, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм “СИТНО” йәмғиәтенең генераль директоры Павел Журавский менән Сибай элеваторы базаһында көнбағыш майы етештереү заводы һәм тирмән төҙөү, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмитов һәм “Башҡорт аграр финанслау” йәмғиәте идараһы ағзаһы Жания Батесова менән Бетерә ауылында гидролиз заводы (гидролизного завода), “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Алексей Мурахтин менән юғары марганецлы ҡорос етештереү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Сараның икенсе көнө Баймаҡ районында дауам итә, ҡунаҡтар район һабантуйында ҡатнашасаҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад