Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, үҫеш институттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, инвесторҙар ҡатнашты.
Ултырышта төбәктә яңы социаль объекттар төҙөү проекттары ҡаралды. Уларҙың береһе – Өфөлә бассейны, һырғалағы, күп функциялы уйын залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Уны “Газпром – балаларға” программаһына ярашлы төҙөү планлаштырыла.
“Беҙ, әлбиттә, проектты хуплайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Билдәле булыуынса, быйыл Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Бындай комплексты төҙөй башлау сараға ярашлы яҡшы ваҡиға булыр ине”.
Икенсе проект – Белорет районындағы “Абҙаҡ” комплексының балалар базаһында төбәк-ара үҫеш үҙәге булдырыу. Башланғысты тормошҡа ашырыу ял итергә килгән балалар һанын ике тапҡырға арттырасаҡ, шул иҫәптән ташламалы юлламалар буйынса.
Был проект та ҡабул ителде.