Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре һәм фермерҙары бөгөн продукция әҙерләп сығарыу ғына түгел, яңы технологиялар, тармаҡ өсөн машиналар эшләүҙә лә әүҙем ҡатнашырға теләй.Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
“Бөгөн беҙҙең аграрийҙарҙың дәүләттән төрлө ярҙам, шул иҫәптән ауыл хужалығы техникаһы, яңы технологиялар алыу мөмкинлеге бар. Кооперативтарға берләшеү юлдарын өйрәнәбеҙ. Был йәһәттән 29-сы “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Австрия компаниялары сағыу өлгө күрһәтте”, – тине Илшат Илдус улы.
Уның һүҙҙәренсә, күргәҙмәлә һәм форумда әүҙем ҡатнашҡан Чехия һәм Австрия делегациялары менән берҙәм визит тураһында килешеүгә өлгәшелгән.
“Беҙҙе, мәҫәлән, шул илдәрҙән ҡоролма йәки техника алыу ғына түгел, ә уларҙы үҙебеҙҙә етештерә башлау һәм бергәләп һатыу ҡыҙыҡһындыра”, – тине етәксе.
Йәнә бер мөһим мәсьәлә – ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү һәм фермер продукцияларын сауҙа селтәрҙәренә тәҡдим итеү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күргәҙмәне ҡарағандан һуң шуны билдәләне: бөгөн Башҡортостанда етештерелгән ысын, сәләмәт, тәмле аҙыҡ-түлекте пропагандалау етмәй.
Илшат Фәзрахманов был йәһәттән, беҙ әле етештерергә һәм әҙер продукцияны һатырға өйрәнәбеҙ генә әле, тип белдерҙе.
“Ассортимент бик ҡыҙыҡлы, барлыҡ яңы кооперативтарыбыҙ баҙарға үҙ продукцияһын алып сыға. Әммә әлегә уларға сауҙа селтәрҙәре менән эшләү ҡыйыныраҡ”, – тине ул.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, уның командаһы уҙғарылған күргәҙмә һәм форумдан ҡәнәғәт.