Малсылыҡҡа нәҡ ауылда тыуып үҫеп, яҙмышын ер менән бәйләргә батырсылыҡ иткән егеттәр генә тотоноп китәлер ул.
Ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла эш бит, ялҡауҙарҙы үҙ итмәй.
Рәмил Юлдыбаевты тап шундай фермерҙар исемлегенә индерергә була. Ул һис икеләнеүһеҙ 2008 йылда Юлдыбаев исемендәге крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Бөтмөр егет райондың элекке “Урал” совхозының Әбдрәш һөтсөлөк фермаһының буш торған ҡураларын ҡуртымға ала. Тәүге йылдары уға, әлбиттә, ҡыйынға тура килә. Рәмил, нисек кенә ауыр булмаһын, мал һанын ишәйтеү маҡсатын ҡуя, ерҙә эшләргә һәм уңыш алырға өйрәнә. Был мәлде ул үҙен һынап ҡарау осоро тип иҫәпләй.
Бөгөн фермер ике мең гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртә, бойҙай, арпа, һоло, ә мал аҙығы культураларынан йылҡы борсағы, көнбағышҡа өҫтөнлөк бирә. Киләсәктә люцерна, судан үләне үҫтерергә уйлай. Малсылыҡта ла уңыштары бар. 150 баш һыйыр малы аҫрай, 50 баш йылҡыһы бар. Был тармаҡты Рәмил отошло тип һанай, сөнки иткә, һөткә хаҡтар баҙарҙа юғары.
Дәүләттән, район хакимиәтенән дә ярҙам һәм яҡлау тойоп эшләй бөгөн йәш фермер. Район етәкселеге ярҙамы менән Рәмил Юлдыбаев республикала тормошҡа ашырыла башлаған “Ғаилә фермаһы” программаһына инергә документтар әҙерләй. Ә бының өсөн уның бөтә мөмкинлеге бар: ҡуралары бына тигән, аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисермәй, мал һаны ишле, эш тип янған малсылары етерлек. Программаға инһәләр, әлбиттә, фермерға кредит алыуы ла күпкә еңелләшер ине. Ул сағында тоҡомло мал һатып алырға, ферма биналарын реконструкцияларға мөмкин буласаҡ.
– Шөкөр, ҡасандыр хыял ғына булған эшмәкәрлегем бөгөн ярайһы табыш килтерә, ашлама индерелгән баҫыуҙарым да уңышы менән һөйөндөрә, – ти Рәмил. – Киләсәктә ҡош-ҡорт үрсетергә лә иҫәп тотабыҙ, бының өсөн мөмкинлек етерлек.
Рәмилгә атаһы Рәжәп ағай ҙа, әсәһе Гөлнур апай ҙа, ҡайны-ҡәйнәһе лә ҙур ярҙамсы. Ҡатыны ла, балалар тәрбиәләүҙән тыш, Әбдрәш ауылындағы магазинды аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итә. Рәмил баҫыуҙан, мал ихатаһынан ҡайтып инмәһә лә, Сиҙәм ауылы мәсетенә намаҙға йөрөргә ваҡыт таба. Уның хужалығында эшләгән егеттәр ҙә эскелектән, яман ғәҙәттәрҙән арынып, дин юлына баҫҡан.
Хужалыҡ эшмәкәрлегенең хеҙмәт биттәре әле яҙыла ғына. Әммә уның уңыштары хаҡында Әбйәлилдә күптәр хәбәрҙар. Өмөтлө хужалыҡ “Райондың иң яҡшы фермер хужалығы” исеменә лайыҡ булған.
Минитрактор Уралец-160 в Уфе.
Самат ҒӘЛИН
Әбйәлил районы.