“Нефть сығарыу күләме беҙҙә әлегә йылына 15 миллион тонна самаһы булып нығынды, әммә мөғжизәгә ышанырға ярамай — яңы ятҡылыҡтар табылмаһа, күрһәткес төшәсәк”, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә “Труд” гәзитенә биргән интервьюһында.
Республика башлығының һүҙҙәренсә, “ҡара алтын” сығанаҡтары кәмегән хәлдә химия сәнәғәтенә өмөт бағларға мөмкин, сөнки был тармаҡ тулайым төбәк продуктының йылдам үҫешен тәьмин итерлек. “Химия беҙгә бөгөн йөҙәр мең тонна полиэтилен һәм ашлама бирә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бынан тыш, сифатлы яһалма күн, заманса пластик, көнкүреш әйберҙәре эшләп сығарырға ла мөмкин булыр ине, тик эшкәртеүселәр етмәй. Беҙҙең химия гиганттарын бәләкәй һәм уртаса бизнес менән тармаҡландырырға кәрәк”.
Башҡортостан етәксеһе төбәктә нефть сығарған бәләкәй предприятиеларҙы ишәйтеү өсөн мөмкинлек етерлек икәнлеген дә билдәләне. “Мәҫәлән, Татарстанда тиҫтәләрсә ваҡ компания йылына ете миллион тонна самаһы “ҡара алтын” таба, йәғни биш миллиард доллар килтерә, ә беҙҙең “бәләкәстәр” әлегә 300 мең тоннаға ла еткерә алмай — монополия үҙен һиҙҙерә”, — тине ул.
Президент май аҙағында Өфөлә булған “Ҙур химия” халыҡ-ара форумы йомғаҡтарына ла туҡталды.
— Беҙ ҡатнашҡан форум — етештереүсе көстәрҙе туплау йәһәтенән хәҙергә Рәсәйҙә тиңе булмаған ваҡиға ул, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ғәжәпләнерлек бит: илдең нефть сығарыусы һәм эшкәртеүсе төп өс төбәге етәкселәре осрашып, берлектә күп миллиард һумлыҡ проектты тормошҡа ашыра башлау хаҡында килешеү төҙөнө. “Көнбайыш Себер — Урал — Волга буйы” магистраль аҙыҡ-түлек үткәргесе, моғайын, ете-ун йылдан әҙер булыр һәм әлеге төбәктәрҙең 30 — 50 йыллыҡ имен тормошон тәьмин итер.
Шул уҡ ваҡытта республика башлығы бындай эштең федераль ведомстволар тарафынан ойошторолорға тейешлеген билдәләне. Президенттың әйтеүенсә, “улар беҙҙе, дөрөҫөн әйткәндә, Федерация субъекттарының артабанғы иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы тауҙай проблемалар менән япа-яңғыҙ ҡалдырҙы”.
Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә 100 меңдән ашыу кешегә эш урыны етмәүен, шунлыҡтан ирҙәрҙең күбеһе Себерҙә хеҙмәт итергә мәжбүр булыуын да әйтеп үтте. “Ошо арҡала улар йыш ҡына сиргә һабыша, ғаиләләре тарҡала... Өҫтәүенә “һыуыҡ яҡтарҙа” йылына һалым булараҡ ҡына биш-алты миллиард һум аҡсабыҙ тороп ҡала, шуға үҙебеҙҙә эш урындарын арттырыу зарур”, — тине Президент.
Даян МӘЖИТОВ