Федерация Советы ултырышында “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте”ндә Радий Хәбиров, Башҡортостанда инвестициялар күләме ике тапҡырға артырға тейеш, тип билдәләне. Былтыр республика иҡтисадына 270 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, был иһә уның ҡеүәтенә тап килмәй.
Федерация Советында республика социаль һәм инфраструктура, экологик объекттар төҙөү һәм реконструкциялау йәһәтенән байтаҡ тәҡдим индерҙе. Уларҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостандың үҫешенең тиҙләтеү, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Бөтә ҡарарҙар федераль кимәлдә хупланған осраҡта республика, асылда, үҫеш буйынса стратегик планға эйә буласаҡ.
Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре буйынса йомғаҡлау документы 21 мартта ҡабул ителә.