Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса йүнәлтергә теләгән инвесторҙар өсөн кредиттар буйынса республика ҡаҙнаһы иҫәбенә “нуль” ставкаһын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Бындай ярҙам сараһы республика менән инвестиция килешеүе төҙөгән компанияларға күрһәтелә. Финанс министрлығы менән яраштырылған ҡарар әле Башҡортостан Хөкүмәтенә ебәрелгән. Уның март аҙағында ғәмәлгә инеүе көтөлә.
Бынан тыш, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы субсидиялау буйынса программаларҙың береһен киңәйтеү планлаштырыла. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов әйтеүенсә, әле Башҡортостанда агросәнәғәт өлкәһендә өҫтөнлөклө 54 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар 7 800 эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.