Федерация Советы Ишембай районында махсус иҡтисади биләмә ойоштороу идеяһын хупланы.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, әле биләмә өсөн уңайлы майҙансыҡ һайланған. Ул Р-240 трассаһы янында урынлашҡан. М5 һәм М7 федераль юлдарына сығыу мөмкинлеге бар, Өфө аэропортына тиклем 140 саҡрым, эргәлә генә тимер юл үтә. Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының ҙур сәнәғәт предприятиелары ла алыҫ түгел. Химия сәнәғәтенә ҡараған тәүге резиденттар менән һөйләшеүҙәр бара.
Башҡортостан делегацияһына махсус иҡтисади биләмәне ойоштороу планын ентекле төҙөргә һәм уның иҡтисади һөҙөмтәһен баһаларға кәңәш ителде.