16–17 мартта Өфөлә умартасыларҙың VII төбәк съезы үтәсәк. Уның эшендә Башҡортостан кәсепселәренән тыш Татарстан, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең ҡортсолары ҡатнаша. Был сара 47-се “Апимондия” халыҡ-ара конгресына һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһенә әҙерлек булып тора. Съезды ойоштороусылар – Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Рәсәй умартасылары тармаҡты үҫтереү юлдары, әлеге өлкәгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышмаҡсы. Шулар иҫәбендә – бал менән һатыу итеү, тоҡомло ҡортсолоҡто үҫтереү нескәлектәре. Съезд үтәсәк Йәштәр һарайында умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары етештереүселәр бай күргәҙмә тәҡдим итәсәк.