Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һуңғы ваҡытта, билдәле булыуынса, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Шулай уҡ башҡа яңы ҡағиҙәләр бар. Уларға яраҡлашыу, мәсьәләне хәл итеү юлын һәр эшҡыуар үҙенсә табырға тырыша. Мәҫәлән, Хәйбулла фермеры Урал Закиров районда тәүгеләрҙән булып мал һуйыу цехы төҙөгән. Татырүҙәктә урынлашҡан ул.
Урал Закиров – малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса үҙ эшен асҡан тәжрибәле йүнселдәрҙең береһе. Әле уның хужалығында 128 баш һыйыр малы, 233 баш һарыҡ-кәзә иҫәпләнә. Һуйыу өсөн ҡайҙалыр ситкә йөрөү, әлбиттә, күп сығым талап итә.
– Әле бина тулыһынса әҙер. Бында, малды һуйыу урынынан тыш, итте һыуытыу һәм туңдырыу бүлмәләре бар. Барыһын да талаптарға ярашлы башҡарҙыҡ. Тап ошонда малдың сәләмәтлеге, итенең ашарға яраҡлы булыу-булмауы тикшерелә, ветеринар тарафынан справка бирелә, – ти фермер.
Әйткәндәй, күптәр был цехтың хеҙмәтен файҙаланыу теләген әле үк белдергән. Улар араһында район халҡы ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ҙә бар. Тимәк, ихтыяж ҙур.