Уҙған айҙа Башҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары индексы — 100,5, Рәсәйҙә иһә 100,4 процент тәшкил иткән. Йыл башынан алып иҫәпләгәндә, был күрһәткес 101,4 һәм 101,5 процент булған.
Февралдә һарымһаҡ, кишер, башлы һуған, сөгөлдөр — 1,8-8,4, аҡ күсәнле кәбеҫтә — 13,2, помидор һәм ҡыяр — 19,5-19,8, банан һәм алма 3,3,-5,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта картуфҡа хаҡ 1,3, лимон һәм әфлисунға 4,7-8,9 процентҡа түбәнәйгән. Тары ярмаһы 8,8, икмәктең һәм бойҙай ононоң айырым төрҙәре — 0,7-3,8, “Геркулес” һоло ярмаһы, борсаҡ, фасоль, ҡарабойҙай һәм манный — 4,0-6,8, ит ярымфабрикаттары, сосиска, сарделька, һыйыр һәм күркә ите, тауыҡ боттары — 0,8-4,2, балыҡ ризыҡтары уртаса 0,7 процентҡа ҡыйбатланған.
Шулай уҡ сәйгә, какаоға, шоколадҡа, кәнфиткә, зефирға хаҡ 0,8-3,2, стерилләнгән һөткә, йогуртҡа, сырға 1,6-3 процентҡа күтәрелгән.
Уның ҡарауы, йомортҡа 12,6, шәкәр — 2,6, көнбағыш майы, сусҡа һәм тауыҡ ите — 0,9-1,6, һыра һәм алкоголһеҙ эсемлектәр 1,0-1,6 процентҡа арзанайған.