Рәсәй иҡтисадының бер өлөшө булараҡ, республикабыҙҙың да һанлы иҡтисадҡа күсеүе алға киткән мәғлүмәт-коммуникация инфраструктураһын (МКИ), конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған һанлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереүҙе талап итә.
2017 йылда илебеҙҙә етештерелгән тауарҙар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең дөйөм күләмендә мәғлүмәт технологиялары хеҙмәттәре – 2,1, коммуникация ҡорамалдары – 43,1, көнкүреш электрон техникаһы – 5,8, МКИ етештереүгә бәйле хеҙмәттәр – 10,6, компьютер һәм периферия ҡулайламалары – 10,7, ошо өлкәгә ҡағылышлы башҡа компоненттар һәм тауарҙар 27,8 процент тәшкил иткән.
Был тармаҡта ватан етештереүенең экспорт ҡеүәте бик түбән. МКИ тауарҙарҙың донъя экспортындағы өлөшө 0,1 проценттан артмай. Төп экспортерҙар – Ҡытай (32,3 %), АҠШ (9,7 %), Сингапур һәм Корея Республикаһы (һәр ҡайһыһы – 7,6 %).
Рәсәйҙә һанлы иҡтисад Милли технологик башланғыс маҡсаттарына нигеҙләнә. Ошо башланғысҡа ярашлы, өҫтөнлөклө 10 технологияны ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Улар ғәмәлдә Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда тупланған. Башҡортостанда ла “Һанлы иҡтисад”ты үҫтереү өҫтөнлөктәрен билдәләү мөһим. 2017 йылдың 21 июлендә республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан технологик башланғысы концепцияһы раҫланды.
Башҡортостан технологик башланғысы – социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы, оҙайлы конкурентлы өҫтөнлөктәр булдырыуҙы һәм республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин иткән инновациялы технологияларҙы фәнни нигеҙләүгә, эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә йүнәлтелгән ойоштороу, финанс-иҡтисади алымдар һәм саралар системаһы ул.
Башҡортостанда Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты төҙөлдө. Уға тиклем, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 18 декабрендәге ҡарары менән “Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты тураһындағы положение” ғәмәлгә индерелгәйне. Был ведомство мәғлүмәт-коммуникация инфраструктураһы, элемтә өлкәһендә тармаҡ-ара координацияны, функциональ көйләүҙе, мәғлүмәттәр йәмғиәтен үҫтереүҙе, электрон хөкүмәт, телекоммуникация селтәрҙәре булдырыуҙы, шулай уҡ ошо йәһәттән урындағы үҙидара органдары менән хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырырға, мәғлүмәт технологияларын, проекттарҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләүҙә уларға ярҙам күрһәтергә тейеш.
“Асыҡ Республика” дәүләт комитетының бурыстары иҫәбенә республикала электрон белем биреү системаһы сараларын әүҙемләштереү ҙә инә.
Был йәһәттән Мәскәү өлкәһе беҙгә өлгө була ала. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров – ундағы “Һанлы иҡтисад” өлгәшкән ҡаҙаныштарға тос өлөш индергән шәхес. Беҙҙеңсә, Башҡортостанда ла уның ғәмәлгә индерелеүенә тап ул етәкселек итергә тейеш.
Республика Хөкүмәтенә электрон белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү буйынса төбәктә төп юғары уҡыу йортон билдәләргә кәрәк. Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Бөрө, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларындағы филиалдары һәм вәкиллектәре ошо эште башҡара алыр ине. Ауыл хужалығы, нефть химияһы, машиналар эшләү кеүек тармаҡ иҡтисадында иһә аграр, авиация, нефть университеттары төп вуздар булырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына идара итеү буйынса “яһалма интеллект” принциптарына нигеҙләнгән, интеллектуаль милек объекты булараҡ (уйлап табыуға патенттар, файҙалы моделдәр, сәнәғәт өлгөләре, ЭВМ программаһына һәм мәғлүмәттәр базаһына таныҡлыҡтар менән) яҡланған интеллектуаль мәғлүмәт системаһы төҙөлгән һәм ғәмәлгә индерелгән осраҡта ғына “Һанлы иҡтисад” уңышҡа өлгәште, тип иҫәпләргә мөмкин.