"Инвестиция сәғәте" – һәр район-ҡалала11.03.2019
Бөгөн республикаға инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған бер нисә мөһим сара булды.

Уларҙы йомғаҡлап, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директор Светлана Чупшева һәм “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының рәйестәше Андрей Назаров журналистар өсөн брифинг үткәрҙе.

Һорауҙарға яуап биреү барышында Радий Фәрит улы үҙенсәлекле яңылыҡ та еткерҙе: “Инвестиция сәғәте” бынан ары муниципалитеттарҙа ла аҙна һайын үткәреләсәк.

– Район һәм ҡала башлыҡтары төбәккә инвестиция йәлеп итеү мәсьәләһенә бик етди ҡарарға тейеш, – тине республика етәксеһе. – Беҙ Хөкүмәттә “Инвестиция сәғәте”н дүрт айҙан ашыу үткәрәбеҙ, уның файҙаһы ҙур. Ошонан сығып, был сараны хәҙер һәр район-ҡала башлығына кесе йома төшкә тиклем үткәреү бурысы ҡуйыла. Киске сәғәт 5-тән 7-гә тиклем дөйөм республиканыҡы буласаҡ.


Вернуться назад