Хаҡтар ни һөйләй?09.03.2019
Башҡортостандың статистика үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, февралдә аҙыҡ-түлек тауарҙарынан һарымһаҡ, кишер, башлы һуған, сөгөлдөр – 1,8-8,4, кәбеҫтә – 13,2, помидор һәм ҡыяр – 19,5-19,8, банан, алма 3,3-5,3 процентҡа арзанайған.

Өҫтәүенә картуфтың, лимон менән апельсиндың да хаҡы бер аҙ төшкән.

Ә бына тары ярмаһы – 8,8, икмәктең айырым төрҙәре, бойҙай оно – 0,7-3,8, борсаҡ, фасоль, ҡарабойҙай һәм манный ярмалары – 4,0-6,8, ит ярымфабрикаттары, сосиска, сарделька, һыйыр, күркә иттәре, тауыҡ бото – 0,8-4,2, балыҡ аҙыҡтары уртаса 0,7 процентҡа артҡан.

Шулай уҡ сәй, какао, перәник, шоколад, кәнфит, һөт, йогурт, сыр, брынза хаҡының күтәрелгәне күҙәтелгән.

Өҫтәүенә яңы ҡырҡылған сәскәләрҙең, дәреслектәрҙең, уҡыу әсбаптарының, айырым мебель төрҙәренең, төҙөлөш материалдарының, һабындарҙың, кеҫә телефондарының хаҡы күпмелер кимәлдә артҡан.


Вернуться назад