"Ауылдың киләсәге – уның заманса булыуында"07.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “ЭкоНива” компаниялары төркөмө президенты Штефан Дюрр менән осрашты.

Һүҙ төбәктәге һөт малсылығы тармағында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында барҙы.

Әле “Северная Нива Башкирия” йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы Йәрмәкәй, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары биләмәләрендә барлығы 15400 баш һауын һыйыры тотоласаҡ дүрт һөт комплексы төҙөргә планлаштыра. Инвестиция күләме – 17,5 миллиард һумдан ашыу. Алты йөҙ самаһы яңы эш урыны булдырыласаҡ.

– Беҙҙең өсөн ауыл иҡтисади табыш алыу сығанағы ғына түгел, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһим бурыс – уны һаҡлау. Беҙ шуны ныҡлы аңлайбыҙ: ауылдың киләсәге – замансалығында. Республикабыҙҙа яҡтылыҡһыҙ, газһыҙ, асфальтһыҙ, бысраҡҡа батҡан тораҡ пункттар булырға тейеш түгел. Ауылдарға социаль-мәҙәни объекттар – мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар кәрәк. Шуға ла бындай биләмәләрҙең инфраструктураһын үҫтереүгә күп көс һалынасаҡ. Ауыл – беҙҙең нигеҙебеҙ, әхлаҡлылыҡтың һәм мәҙәниәтебеҙҙең башланғысы.


Вернуться назад