"Мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланыу шарт"05.03.2019
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров конкурентлыҡҡа һәләтте арттырыу корпоратив программаларын тормошҡа ашырған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү механизмы хаҡындағы селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Видеоконференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак уҙғарҙы.

Вице-премьер билдәләүенсә, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Рәсәй сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукциялары ил эсендә генә түгел, тышҡы баҙарҙа ла киң таралырға тейеш. Был мәсьәләне хәл итеүгә 2019 – 2024 йылдарға федераль бюджеттан 422 миллиард һум йүнәлтелә, шул иҫәптән конкурентлыҡҡа һәләтте арттырыу корпоратив программаларына булышлыҡ итеүгә – 361 миллиард һум.

“Беҙҙең бурыс – был проектты тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй сәнәғәтенең, банк системаһының мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланыу”, – тине вице-премьер.

Төп маҡсат – иҡтисад секторының һөҙөмтәлелеген күтәреү, юғары технологиялы, юғары табыш килтерерлек эш урындары булдырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген, ил субъекттарының иҡтисади ҡеүәтен арттырыу.


Вернуться назад