Башҡортостан һәм Италия: бәйләнеш нығына05.03.2019
Республика йортонда бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙә “Италия сәнәғәте конфедерацияһы” итальян сәнәғәтселәре ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.

Документ иҡтисад, фән, технология тармаҡтарында ике яҡ өсөн дә файҙалы бәйләнеште үҫтереү, хеҙмәттәшлектең яңы өлкәләрен һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр табыу, етештереү, коммерция йүнәлешендәге төрлө проекттарға булышлыҡ ҡылыуҙы маҡсат итеп ала.

Меморандумға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Confindustria Russia президенты Эрнесто Ферленги ҡул ҡуйҙы.

“Беҙҙең ассоциацияның 98 процентын бәләкәй һәм урта итальян компаниялары тәшкил итә, – тине Эрнесто Ферленги. – Заман баҙары шарттарында төп көс – импортҡа алмаш, производствоны локалләштереү. Шуның өсөн дә беҙ берҙәм рәсәй-итальян предприятиелары булдырырға әҙер. Башҡортостанда бурысыбыҙ – тиҙ арала үҙебеҙҙең компанияларҙы килтереп, берҙәм эш башлау”.

Эрнесто Ферленги һүҙҙәренсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең иң отошло йүнәлештәре – фармацевтика, ауыл хужалығы, нефть сервисы өлкәһе. Бынан тыш, мәҙәни бәйләнеште нығытыу мөһим.


Вернуться назад