Сифатлы майға сират...05.03.2019
Стәрлебаш районында күмәк хужалыҡтар һуңғы йылдарҙа ҙур ғына үҙгәреш кисерә. Шөкөр, ауылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар һаны йылдан-йыл арта. Әлбиттә, республика етәкселеге тарафынан яңы эш башлаусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, хужалыҡ итеүҙең яңы йүнәлештәрен маҡсатлы үҫтереүгә район хакимиәте лә ҙур иғтибар бирә.

Ауылда эшҡыуарлыҡ шөғөлө, беренсенән, эшһеҙлекте кәметһә, икенсенән, улар район ҡаҙнаһын байытыуға ла ниндәйҙер кимәлдә өлөш индерә. Түбәнге Ибрайҙан “Сабирйәнов” шәхси предприятиеһы бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торғандарҙан һанала.

Илнур Әхтәм улы Сабирйәнов 1999 йылға тиклем “Сулпан” колхозында баш инженер булып эшләй. Илдә аграр реформалар башланғас, “елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен” тойоп, үҙ эшен асырға ҡарар итә. Тәүҙә ул тыуған ауылында аҙыҡ-түлек магазины асып, ауылдаштарын көндәлек тауар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. 2001 йылда иһә теплица төҙөп, Илнур Әхмәт улы йәшелсә үҫтерә башлай, старт капиталы туплай. 2005 йылда инде дуҫы Венер Шәйхулов менән көнбағыш майы һығыу эшенә тотона. Был продукцияға ихтыяж һәр саҡ ҙур, үтемле лә. Эре ҡалаларҙың районға яҡын булыуы ла быға сәбәпсе була.

Өс йыл ауылдашы менән бер ҡыйыҡ аҫтында эшләгәс, үҙ бизнесын асып, тырыш егет айырым эшмәкәрлеген булдыра. Түбәнге Ибрай ауылы ситенән буш ерҙәрҙе ҡуртымға алып, 600 квадрат метр майҙанда дүрт ай эсендә бина, продукция һаҡлау өсөн заманса келәт төҙөп ултырта. Бөгөн инде ҡасандыр буш ятҡан ерҙәр тәрбиәле, предприятиены әле эре завод менән сағыштырырға була.

Йәмғиәт етештергән әҙер продукция келәттә оҙаҡ ятмай, Стәрлебаш майын күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Мәҫәлән, сифатлы, тәбиғи продукцияны Ырымбур, Силәбе эшҡыуарҙары күмәртәләп һатып ала, күрше райондар, ҡалалар халҡы ла нәҡ Илнур Сабирйәновтың майына өҫтөнлөк бирә. Хәҙер эшҡыуар һыҡҡан майҙы бөтә республикала һатып алырға мөмкин.

Көнбағыш майы һығыу цехында йыл һайын 500 тонна сеймал эшкәртелә. Ә сеймалды эшҡыуар 15-20 саҡрым­дағы Ырымбур өлкәһе ауылдарынан һатып ала, ул тараф­тарҙа көнбағышты күпләп үҫтерәләр икән. Бынан тыш, Башҡортостандың төрлө хужалыҡтары менән килешеүҙәр төҙөлгән, Илнур ҡышҡылыҡҡа запасты ла мул ғына туплай, сөнки май һығыу йыл әйләнәһенә дауам итә бит. Түбәнге Ибрай ауылы эшҡыуары биш кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәт хаҡына бында зарланмайҙар, теләгәндәр эш хаҡын әйберләтә лә ала.

Цехта бөгөн ҡыҙыу осор. Май һығыусы операторҙар ҡоролмаларҙың ватылмай эшләүен тәьмин итһә, цех асылған көндән бында хеҙмәт иткән Илдар Вәлиуллин продукцияны пластик һауыттарға тултыра.

— Беҙ таҙартылмаған, рафинадланмаған май етештерәбеҙ. Бер, өс һәм биш литр һыйҙырышлы пластик һауыттарға тултырылғансы продукция алты эшкәртеү циклы аша үтә. Сифатын даими тикшереп торабыҙ, сөнки бөгөн сифатын юғалтһаҡ, иртәгә ҡулланыусылар башҡа продукцияны үҙ итәсәк, — ти Илнур Сабирйәнов.


Вернуться назад