Фәүәттең дәүләте05.03.2019
Стәрлебаш районының Айтуған ауылынан Фәүәт Талип улы Рәхимғолов крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторғанға тиклем Карл Маркс исемендәге колхозда ферма мөдире, хужалыҡ рәйесе вазифаларын башҡара. Әммә 2008 йылдар башында колхоз тарҡалып, күптәр эшһеҙ ҡалғас, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән бөтмөр, тырыш егет Ырымбур өлкәһенә эш эҙләп сығып китә. Тәжрибәле уҙаманға тиҙ арала яҡшы ғына эш тә килеп сыға, “Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен уға ышанып тапшыралар.

— Әлбиттә, тыуған яҡтарҙы ташлап сығып китеүе ауыр булды, әммә ғаиләне аҫрарға, балаларға юғары белем бирергә кәрәк ине бит. Шуға ла, нисек кенә ҡыйын булмаһын, түҙҙем, ә йәмғиәттең эшмәкәр­леген ниндәйҙер кимәлдә алға ла сығарҙым, — ти бөгөн Фәүәт Талип улы. — Етәкселек тә эшемдән ҡәнәғәтлек кисереп, йыш ҡына маҡтап телгә алды.


Күңеленә ятҡан эше булһа ла, ул тыуған яҡтарын йыш ҡына иҫкә ала, туғандары ла, дуҫ-иштәре лә уның ауылға тиҙерәк ҡайтыуын теләй. 2013 йылда ул, Ырымбурҙы ҡалдырып, йәмғиәтте ышаныслы ҡулдарға тапшырып, тыуған ауылына — Айтуғанға ҡайтып төшә.

Ауылда тыуып үҫкән егеткә ҡабаттан яҙмышын ер, малсылыҡ менән бәйләүе ауыр булмай. Ул шул йылда ауылында фермер хужалығы ойоштороп, ныҡлап йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Етмәһә, ҡураһында бер нисә баш йылҡы ла була уның.

Бөгөн фермер 65 баш йылҡы малы аҫрай, тоҡомло 25 бейәһе бар. Малдар иркен ялан кәртәләрҙә тотола, мал аҙығын да үҙ техникаһы менән хәстәрләй. Фермер әле 100 гектар майҙанда һоло, күп йыллыҡ үләндәр сәсеп, көҙ мул уңыш йыйып алыуға өлгәшә. Орлоҡ һаҡлау өсөн заманса келәт төҙөп ултыртҡан. Ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡоролмалар һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй фермер. Ул “хужалығым — бәләкәй генә дәүләтем” тип һөйөнә. Ысынлап та, дәүләте ныҡлы теҙгендә.

Йәй фермер ҡатыны Гөлназ һәм улдары Алмас, Салауат менән яландан ҡайтып инмәйҙәр. Йәйге лагерҙа улар бейә һауып, һауылған һөттө ҡымыҙға әйләндереп, күрше ауылдар халҡын ғына түгел, Стәрлебаш ауылы, Өфө, Стәрле­тамаҡ ҡалаларын да сифатлы, файҙалы эсемлек менән тәьмин итә. “Шөкөр, беҙ етештергән продукцияны халыҡ яратып һатып ала, — ти фермер. — Ҡаҙылыҡҡа хатта ҡайһы саҡ оҙон сиратҡа баҫалар, ә йылҡы итен заказ буйынса халыҡҡа һатабыҙ”.

Фермер Фәүәт Талип улының килә­сәккә уй-хыялдары бихисап, ул йылҡы малы һанын, ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ етеш­тереүҙе тағы ла арттырырға ниәтләй. Бынан тыш, заманса фермалар төҙөүҙе күҙаллай ул, ер майҙанын да күбәйтергә иҫәп тота алдынғы ҡарашлы, булдыҡлы егет. Минең­сә, Фәүәткә өмөт бағларға мөмкин, сөнки эшкә дәрте лә, дарманы ла етерлек.


Вернуться назад