Барыһы ла халыҡ өсөн05.03.2019
Республика етәксеһе Ҡариҙел, Асҡын, Борай райондарында эш сәфәрендә булды.

Ҡариҙел районы үҙәгендә “Урман форумы” үткәрелеүе тураһында гәзиттең сайтында хәбәр иткәйнек инде. Республикабыҙҙа беренсе тапҡыр ойошторолған йыйынға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итте.

– Урман – беҙҙең милли байлығыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм донъяға ҡарашыбыҙ, – тине Радий Фәрит улы, оло сараға йыйылғандарҙы сәләмләп. – Йәшел байлыҡты һаҡлау һәм урманды намыҫлы файҙаланғандарҙы яҡлау талап ителә.


Йыйын алдынан республика етәксеһе Ҡариҙел районының бер нисә предприя­тиеһында булды. Александровка ауылында уға “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү участкаһында экспортҡа тип бысылған материалдарҙы күрһәттеләр. Инвестиция проектының күләме — 10 миллион һум. Проект менән, мәҫәлән, Балтик буйы илдәре әле үк ҡыҙыҡһына икән. Предприятие етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Хисмәтуллин әйтеүенсә, бындағы ҡеүәттәр йыл һайын 20 мең кубометр ағас эшкәртергә һәләтле, шуның байтаҡ өлөшө уларҙың үҙ диләнкәһенә тура килә. Бында Радий Хәбиров республика ҡаҙнаһынан субсидия иҫәбенә алынған яңы техниканы ла ҡараны, кешеләрҙең эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

Магинск ауылында иһә төбәк етәксеһе райондағы иң ҙур ағас эшкәртеүселәрҙең береһе “Альпийский” йәмғиәтенең эше менән танышты. Предприятие брус, таҡта, евровагонка, плинтус, тәҙрә, ишек, баҡса өсөн мебель һәм башҡа тауарҙар етештерә. Етәксеһе Венера Фәйезова раҫлауынса, компания ағас йорттар һалыу менән шөғөлләнә. Былтыр ғына ла улар ошондай ун йорт төҙөп ҡуйған.

Йәшәү сығанағы булған йәшел байлы­ғыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған форумда Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, район хакимиәттәре башлыҡтары, республиканың Урман хужа­лығы министрлығына ҡараған ойошмалар, урман сәнәғәте комплексы предприятиелары, урман участоктарын ҡуртымға алған урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ берәмектәре ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм пленар ултырышта урманға дәүләт идара­лығының йоғонтолоҡ кимәле, урманды күп маҡсатлы файҙаланыуҙың киләсәге, был тармаҡтағы эшҡыуар­лыҡҡа ярҙам һәм башҡа проблемалар тураһында фекер алышыу барҙы. Район хакимиәттәре башлыҡтарының да, урмансыларҙың да, ошо тармаҡта үҙ предприятиеларын асҡан эшҡы­уарҙарҙың да һорауҙары күп ине. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, республиканың Урман сәнәғәтселәре ассоциацияһы советы рәйесе Владимир Канибер, урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вахитов был сараларҙа модераторҙар вазифаһын үтәне.

Башҡортостандың урманға бай төбәк икәне бөтә донъяға билдәле, шуға күрә был тармаҡтағы һәр һө­нәрмәнгә ошо форумда урмансы­лыҡтың киләсәген нисек күреүе хаҡында сығыш яһау мөмкинлеге бирелде.

Форум башланырҙан саҡ ҡына алдараҡ урман предприятиелары етештергән продукция төрҙәренең һәм урман техникаһының күргәҙмәһе асылды.


Иртәгәһенә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Асҡын районына юлланды.
Ҡышлауйылға ауылында төбәк етәксеһе республиканың 100 йыллығы айҡанлы яңы мәктәп төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Белем усағы 120 уҡыусыға иҫәпләнә. Бында заманса спорт залы бар. Проекттың дөйөм хаҡы 175 миллион һум тәшкил итә. Ошонда уҡ 60 балаға иҫәпләнгән баҡса ла урынлашасаҡ.

Иҫке Ҡаҙансы ауылында төбәк етәксеһе Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалды. Артабан ул 2016 йылда асылған күп функциялы мәҙәни үҙәккә юлланды. Бер ҡыйыҡ аҫтында бында ауыл клубы, китапхана, балалар уйын һәм тренажер бүлмәләре, ауыл Советы хакимиәте урынлашҡан. Радий Хәбиров клубҡа күпме кеше йөрөүе, ижади коллективтарҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды, урындағы китап­ханаға республика Рәсәй китап союзынан алған 100 китапты тапшырырға ҡушты.

Ауыл клубында республика етәк­сеһе урындағы халыҡ менән осрашты, биләмәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Күтәрелгән темалар газ үткәреүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға, сүп-сар йыйыуҙың яңы системаһына, транспорт тәьминә­тенә, ауылды төҙөкләндереүгә ҡағылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, муниципалитеттарҙа сығарылған дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылма­ларҙы ауыл ихтыяжы өсөн фай­ҙаланыу урамдарҙы йылдам тәртипкә килтереү мөмкинлеген бирәсәк.

Иҫке Ҡаҙансыла республика етәксеһе шулай уҡ мәктәпте һәм 3 130 кешене хеҙмәтләндергән амбулаторияны ҡарап сыҡты.
Район үҙәге Асҡында ул халыҡ менән аралашты. Улар биләмәгә газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Ошонда уҡ Радий Хәбиров район мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау барышын тикшерҙе. Объектта эште йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Асҡын үҙәк район дауаханаһы поликли­ни­каһында булды. Ул тейешле ҡора­малдар, медицина кадрҙары менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе. Әле дауаханала балалар теш табибы юҡ. Бынан тыш, маммографҡа ихтыяж бар. Радий Хәбиров республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә тейешле күрһәтмә биреләсәге тураһында әйтте.

* * *

Киләһе туҡталыш – Борай ра­йоны.
Шабай ауылында төбәк етәксеһе балалар йортон ҡарап сыҡты. Бында тәрбиәләнеүселәр хоккей менән мауыға һәм бер нисә тапҡыр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеп сыҡҡан. Радий Хәбиров уларҙы Өфөгә “Салауат Юлаев” менән “Металлург” араһындағы уйынды ҡарарға саҡырҙы. Уҡытыусылар әйтеүенсә, учреждениеға хоккей майҙансығы һәм спорт залын ремонтларға кәрәк.

Балалар йорто менән бер бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дөйөм белем биреү мәктәбе урын­лашҡан. ФАП-та республика етәксеһе фельдшер Айһылыу Йәһүҙина менән аралашты, дарыуҙар, ҡорамалдар менән тәьмин ителеү кимәле, рецептар яҙыу, ауырығанлыҡ ҡағыҙ­ҙары тултырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр уҡыған мәктәптә Радий Хәбиров уҡытыусылар коллективы менән биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү мәсьәләһен тикшерҙе.

Шүнәк ауылында республика етәк­сеһе романов тоҡомло һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән “Золотое руно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.

Борай үҙәк район дауаханаһында Радий Хәбиров медицина кадрҙары, ҡорамалдар, автотранспорт менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерҙе, табиптарҙың эш, сирлеләрҙе ҡабул итеү шарттары менән танышты. Баш табип Радик Хәсәнов әйтеүенсә, дауахана кадрҙар менән 78 процентҡа тәьмин ителгән. Бында ике тера­певҡа, оториноларингологка һәм анестезиолог-реаниматологка ихтыяж бар. Ғәмәлдәге 14 автомобил­дең алтыһы тулыһынса иҫкергән. Дауа­хананың ҡайһы бер биналарына ремонт талап ителә. Быйыл республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 11 миллион һум бүленә. Был аҡса, атап әйткәндә, балалар поликлиникаһын, лифттарҙы, биналар араһындағы үткәүелде төҙөкләндереүгә йүнәлте­ләсәк.

Дауахана коллективы менән осрашыуҙа Радий Хәбиров “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә тармаҡ алдында торған бурыстарҙың мөһимлеген билдәләне.

Республика етәксеһе шулай уҡ биләмәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьә­ләләре буйынса Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.


Вернуться назад