Ғариза яҙ. 30 процентын дәүләт бирәсәк04.03.2019
Ғариза яҙ. 30 процентын дәүләт бирәсәкБыйылдан башлап “Жилстройсбережения” республика программаһын финанслау күләме ике тапҡырға артты һәм 235,6 миллион һум тәшкил итте. Бар сикләүҙәрҙе лә алғанлыҡтан, программала ҡатнашыусылар һаны 10-11 мең кешегә тиклем күбәйәсәк, тип көтөлә.

Алдан хәбәр ителеүенсә, быйыл 1 марттан программала ҡатнашыу өсөн бар сикләүҙәр алынды. Хәҙер теләгән бер кеше торлаҡ алыу өсөн уңайлы шарттарҙа һаҡлам аса ала.

Билдәле булыуынса, был программа республикала 2014 йылдан алып ғәмәлдә. Унда тәүҙә тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылған, балалы һәм 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр генә ҡатнаша ала ине.

Программа шарттары буйынса, граждандар өс йылдан алты йылға тиклем торлаҡ алыуға һаҡлам аса (“Уралсиб” йәки Һаҡлыҡ банкында). Дәүләт ай һайын индерелгән аҡсаға 30 процентҡа тиклем премия өҫтәй бара. Был аҡса торлаҡ алыу өсөн тәүге иғәнә булараҡ туплана. Аҙаҡ ғаилә 6-7 процент ставкаһы менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.


Вернуться назад