Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә.– Буҙаның шифаһы күп. Ҡунаҡты уның менән һыйлау – хөрмәт күрһәтеү билдәһе. Витамин һәм минералдарға бай буҙа ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, – ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы. – Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты. Ауыл-ҡалаларҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил.
Милли эсемлегебеҙҙе яһау серҙәрен әсәйем Дилә Вәлләм ҡыҙынан өйрәндем. Ул үҙ сиратында күршеһе Рәйфә Шаһи ҡыҙынан отоп алған. Ғөмүмән, был шөғөл хәҙер – беҙҙең ғаилә бизнесы. Ирем Дим, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм – барыбыҙ бергә тырышабыҙ. Биш йәшлек улыбыҙ Инсар иртәнсәк күҙен асып та өлгөрмәҫтән буҙа һорай. Ҡыҙыбыҙ Мәликә лә уға битараф түгел.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Яҡуповтар ғаиләһендә өлкән бала булған Гөлназ бәләкәйҙән сауҙаға ынтыла. Иҫәп-хисапҡа шәп ҡыҙҙы ата-әсәһе киләсәктә бухгалтер итеп күрергә теләй.
БДУ-ның Сибай институтындағы иҡтисад факультетын тамамлағанда Гөлназ “Башҡорт милли эсемлеге буҙа” бизнес планы буйынса диплом эше яҡлай. Артабан тырыш йәш белгескә ҡалалағы “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” үҙәгендә ошо йүнәлештә бизнес-проект төҙөргә ярҙам итәләр. Һөҙөмтәлә Гөлназ Фәнис ҡыҙы быға тиклем ҡабымлыҡтар һатылған киоскыһына үҙе етештергән буҙаны сығара башлай.
Алкоголһеҙ, газһыҙ эсемлектәр етештереүгә сертификат алған эшҡыуар башта көнөнә ике шешә һатһа, хәҙер көн аша 150 литр милли эсемлек ҡойоп, “Орфей” кафеһына, “Яҙ” сауҙа селтәренә, “Башмаркет” сауҙа урынына, Өфө ҡалаһы магазиндарына һатыуға сығара.
Буҙаны Рәсәйҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла танытырға теләгән Гөлназ Фәнис ҡыҙы былтыр көҙ 500 мең һумға буҙа яһау ҡоролмаһы һатып алып, цех асҡан.