"Бындай хужалыҡтарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк"02.03.2019
Борай районындағы “Алтын йөн” ауыл хужалығы предприятиеһында романов тоҡомло һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Хужалыҡ етәксеһе Ҡәҙим Фәрхетдинов егерме йыл ситтә йәшәгәндән һуң тыуған яғына ҡайтып, ошо бизнесҡа тотонған.

“Бындай төр һарыҡ талымһыҙлығы, сыҙамлылығы менән айырылып тора, шул уҡ ваҡытта йөнө юғары сифатлы, – ти йүнсел. – Мал аҙығын үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Еребеҙ – 368 гектар, һарыҡтар һаны – бер мең баш самаһы”.

Хужалыҡта былтыр 304 центнер ит һәм 5400 килограмм йөн етештерелгән. Ун һигеҙ кеше эшләй. 2013 йылда фермерҙар өсөн республика программаһы буйынса 1,3 миллион һум грант алғандар. Был аҡса техниканы яңыртыуға тотонолған. Предприятие тоҡомло малды йыл да Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Үзбәкстан кеүек яҡын сит илдәргә экспортҡа ебәрә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты, алға ҡуйылған пландар хаҡында һорашты. Ҡәҙим Фәрхетдинов әйтеүенсә, инә малды биш мең башҡа тиклем еткереү маҡсаты бар, һарыҡтарҙы тотоу өсөн заманса корпус, шулай уҡ быйма баҫыу, йөн эшкәртеү цехтары асыу, мал һуйыу буйынса һ.б. йүнәлештәрҙе индереү күҙаллана. Ошо пландар тормошҡа ашһа, комплекста 60 самаһы кешегә хеҙмәт урыны буласаҡ.

“Борай йөнө” брендын киң йәйелдереп, “2019 – 2021 йылдарҙа Башҡортостанда ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ, – тине фермер. – Гранттың дөйөм хаҡы – 30 миллион һумға тиклем. Был суммаға төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдар алыу күҙаллана”.

Радий Хәбиров етәксенең башланғыстарын хупланы һәм бындай хужалыҡтарға дәүләт тарафынан ярҙамдың мотлаҡ күрһәтелергә тейешлеген билдәләне.


Вернуться назад