Төбәктә башҡа ҡағылғыһыҙ эре урман ҡуртымсылары булмаясаҡ, һәр кем берҙәм ҡануни ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк. Законды боҙғандар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк.Республика урман форумына йомғаҡ яһағанда шулай тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Ул үҙенең сығышында ошондай осраҡтарҙы билдәләне: ҡайһы бер эре урман әҙерләүселәр участкаларҙы ҡуртымға ала ла, төп бурысын бөтөнләй үтәмәйенсә, был урынды субарендаға бирә. Һөҙөмтәлә ағас законһыҙ ҡырҡылып, шул килеш күпләп республиканан ситкә сығарыла.
Ошондай хәлдәргә кәртә ҡуйыу маҡсатында төбәк етәксеһе ведомство-ара структура булдырырға ҡушты: уның тарафынан урманлы райондар сигенә, шулай уҡ үлсәү урындарына контроль ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, башҡа һөҙөмтәле саралар ҙа ҡабул ителәсәк.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, форумдағы етди һөйләшеү йомғаҡтары буйынса башҡарыласаҡ эштәр исемлеге төҙөлөп, уларҙы үтәү бурысы Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарына йөкмәтеләсәк.
Форумда күтәрелгән ҡайһы бер проблемаларҙы айырым ултырыштарҙа ҡарау планлаштырыла.