Башҡортостан Хөкүмәтендә Күмертау ҡалаһы хакимиәте, “Дасян-Төҙөлөш материалдары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм республика Хөкүмәте араһында ниәттәр тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
Атап әйткәндә, Күмертауҙағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә киләсәктә Ҡытай инвесторы ҡатнашлығында фиброцемент плитәләр етештереү заводы төҙөү күҙаллана. Проектҡа ике миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтеләсәк һәм 300 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ Яңауыл районында – һөтсөлөк, Мәләүез районында – мал һуйыу һәм итте һыуытҡыста һаҡлау комплекстары, Ишембай районында органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү цехтарын асыу тураһында һүҙ барҙы.