Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация”ның стратегик форумында ҡатнашты. Баш ҡалабыҙҙа ике көн дауамында барған мөһим сарала ҡатнашырға 700-ҙән ашыу эшҡыуар теләк белдергәйне. Улар өсөн төрлө йүнәлештәге “түңәрәк өҫтәл”дәр, фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторолдо.
Эшҡыуарҙар милек һәм лизинг ярҙамы, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу нескәлектәре, ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереүгә ҡағылышлы файҙалы мәғлүмәттәр алды, тәжрибә уртаҡлашты.
Бөгөн улар Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бизнес-навигаторы порталының мөмкинлектәре менән яҡындан танышты. Йүнселдәр был хеҙмәттең мәғлүмәт-ойоштороу эштәрендә ҙур ярҙамсы булыуын билдәләне.