Бөгөн генә тамамланған Рәсәй сәнәғәт форумында республикабыҙҙағы машина эшләү предприятиелары продукцияһының яңы өлгөләре лә күрһәтелде.
Шуларҙың береһе – түбән иҙәнле троллейбус. “Горожанин” исемле был яңы транспорт Өфө ҡала электр транспорты идаралығы менән Өфө трамвай-троллейбус заводының хеҙмәттәшлек емеше. Ул ышаныслы һәм файҙаланыу өсөн уңайлы, 100-ҙән ашыу пассажир һыйҙырышлы, ултырыу өсөн 28 урыны бар, шулай уҡ инвалид коляскаһы менән инеү мөмкинлеге лә ҡаралған.