Сифат раҫланды28.02.2019
Белорет металлургия комбинаты үҙҙәре етештергән сымдарҙың һәм арматура прокаттарының тимер-бетон конструкцияларҙы арматурлау өсөн ярашлылығын раҫланы.

Рәсәйҙә сертификациялау хеҙмәтендә киң танылыу яулаған “Мосстройсертификация” ойошмаһы эксперттары продукция етештереү технологияһын, ҡорамалдың торошон, уны үлсәү сараларын тикшерҙе, комбинат лабораторияһында өлгөләрҙе һынауҙарҙа ҡатнашты. Тикшереү һөҙөмтәләре прокаттарҙың һәм сымдарҙың төҙөлөш өлкәһе талаптарына тулыһынса яуап биреүен раҫланы. Сертификат өс йылға бирелде.




Вернуться назад