Боҙҙоң урыны унда түгел28.02.2019
Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында күрһәтелгән яңылыҡтар араһында электр тапшырыу линияларын боҙҙан һаҡлау буйынса система ла бар ине.

Ҡулланыусыларға электр энергияһы биреүҙе авариялы шарттарҙа туҡтатыу сәбәптәренең береһе – уның боҙ менән ҡапланыуы. Был һыуыҡ ҡатламдың ҡалынлығы ҡайһы саҡтарҙа 300 миллиметрға етә. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары күргәҙмәгә ҡуйған экспонат раҫлауынса, был күренешкә ҡаршы электротехнологик система үтә йоғонтоло буласаҡ, ул юғары вольтлы линияларҙан боҙҙо сымдарҙы өҙмәйенсә һәм электр тәьминәтен туҡтатмайынса ғына юҡҡа сығарыу мөмкинлеге бирә.




Вернуться назад