Бөтә ҡаҙаныштар – бер урында27.02.2019
Кисә Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” майҙансығында Рәсәйҙең сәнәғәт форумы үҙ эшен башланы.

Дәүләт Думаһы, финанс һәм иҡтисад тармаҡтары етәкселәре, илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән йөҙҙән ашыу компания вәкилдәре ҡатнашҡан форум өс көн барасаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.

Йәшәү нигеҙен иҡтисад билдәләй һәм, шуны иҫәпкә алып, бында килгән һәр кем замандың яңы технологиялары, ҡорамалдары менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Быйылғы йыйындың төп ваҡиғаһы – “Рәсәй­ҙәге сәнәғәт революцияһының проблемалары һәм үҙенсәлектәре” тип аталған пленар ултырыш. Форумда беренсе тапҡыр республи­каның Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегия үткәрәсәк.

Фекер алышыу майҙансығында 20 тематик секция ла үҙ эшен башланы, уларҙа федераль ведом­стволарҙың һәм концерндарҙың эксперттары, шулай уҡ Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе һәм башҡа ҡалалар­ҙың юғары уҡыу йорттары ғалимдары ҡатнаша.

Ошонда уҡ ойошторолған махсус күр­гәҙ­мәләр ҙә өс көн эсендә бик күп кешене йәлеп итер, моғайын. Улар “Металл эшкәртеү”, “Машина эшләү”, “Иретеп йәбештереү”, “Һаҡ­ланыу саралары”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” тип атала. Уларҙа Рәсәйҙең 15 төбәгенән 130-ҙан ашыу компания үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтә. Бынан тыш Көньяҡ Корея, Германия, Беларусь һәм Молдованың ҡайһы бер фирмалары ла Өфөләге ошо йыйында ҡатнашырға ҡарар иткән. “Өфөнөң инновация ҡеүәте” күргәҙмәһе дүртенсе тапҡыр уҙғарыла, һәм уның республикала ғына түгел, унан ситтә ла абруйы арта бара. Унда ҡатна­шыусылар һаны ла күбәйә, Ҡытайҙың Хэфэй ҡалаһынан рәсми делегация был күргәҙмәгә өсөнсө тапҡыр килде.

Кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү үҙәге ошо күргәҙмәләрҙә халыҡ өсөн мультимедиа зонаһы ойошторҙо, унда һәр кемгә хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәр һәм күҙалланған йүнәлештәр буйынса мәғлүмәт алырға була.


Вернуться назад