Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингы буйынса, Башҡортостан контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге моделен индереү буйынса йәнә лидерҙар араһында.Кисә Мәскәүҙә ошо йәһәттән эш төркөмө ултырышы үтте, унда республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Фролов доклад менән сығыш яһаны.
Маҡсатлы модель индереүҙә йөҙ процент кимәлгә етеүгә Башҡортостан һәм тағы 12 төбәк өлгәшкән: Хабаровск крайы, Вологодск, Калининград, Калуга, Һамар, Сахалин, Тамбов, Тула, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономлы округтары.
Маҡсатлы модель индереүҙе 60 процентҡа һәм унан да түбәнерәккә үтәгән төбәктәр күп.