Радий Хәбировҡа туранан-тура шылтыратырға мөмкин26.02.2019
Өфөлә барған Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән осрашты.

– Республика етәкселегенең ҙур сәнәғәт предприятиелары мөнәсәбәтендәге яңы ысул барлыҡҡа киләсәк – ул “Сәнәғәт сәғәте” тип аталыр йәки бығаса булған “Инвестсәғәт” киңәйтелер, – тине Радий Фәрит улы. – Бөтә был саралар республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңай мөхит тыуҙырырға мөмкинлек бирәсәк. Шуға күрә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеү өсөн предприятиелар етәкселәренә минең кеҫә телефонын яҙып алырға тәҡдим итәм.



Вернуться назад