Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
Район мәҙәниәт һарайында форум ҡунаҡтарын предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар продукцияһы сағылған бай күргәҙмә ҡаршыланы. Бында шулай уҡ банк структураларының, үҫеш институттарының мәғлүмәт стендтары ҡуйылғайны. Сарала республика Хөкүмәте вәкилдәре, ведомство ҡарамағындағы һәм консалтинг ойошмалары етәкселәре, райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары белгестәре, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың шәхси эшҡыуарҙары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә былтыр Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәген социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стандарты проекты, урындарҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса муниципаль берәмектәр алдында торған бурыстар, ошо райондарҙағы йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү алымдары тураһында доклад тыңланы.
Алдынғы райондар табыш килтергән проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашты, урындарҙағы муниципалитет етәкселәре осраған проблемалар хаҡында фекер алышты. Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев ошондай сараларҙың мөһимлеген билдәләне.
Сараға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов, бындай форумдар етәкселәр өсөн дә, министрлыҡ өсөн дә бик файҙалы, сөнки үҙ-ара бәйләнеш бар, проблемаларҙы ишетәсәктәр һәм хәл итәсәктәр, тип билдәләне.