Федераль бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының 27-28 февралдәге стратегик сессияһының Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел, тип белдерҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вадим Үтәшев “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙғарылған матбуғат конференцияһында. Тиҙҙән Өфөлә бизнес өсөн көнүҙәк ҡыҙыҡлы мәсьәләләрҙе тикшерәсәктәр. Атап әйткәндә, йүнселдәргә мөлкәт һәм лизинг ярҙамы күрһәтеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыуы, республикала ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү йәһәтенән фекер алышыу күҙаллана.
Бынан тыш, кооперацияның төп эксперттары ошо өлкәләге һуңғы яңылыҡтар, Рәсәй баҙарындағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Стратегик сессияла маркетинг ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Бизнес-навигатор” порталының мөмкинлектәре тураһында ла һүҙ барасаҡ.
Шулай уҡ бер нисә инвестиция проекты менән таныштырыу ҙа ҡарала. Бындай сараның төп бурысы – Федераль корпорациянан ҙур ғына ярҙам алыу.