Баҡалы районының Нуғайбәк һөтсөлөк фермаһында ҡотороу сире таралыу сәбәпле карантин индерелгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың указы донъя күрҙе.
Ошо айҡанлы республиканың Ветеринария идаралығына сирҙең сығанаҡтарын һәм сәбәптәрен асыҡларға, ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү сараларын күрергә ҡушылды.