Миллионды нисек эшләргә?21.02.2019
Күгәрсен районында ауыл хужалығы буйынса күсмә кәңәшмә үткәрелде. Фермерҙарҙың эше менән яҡындан танышыуҙа хакимиәт башлығы Ғайса Янбаев, хужалыҡтар етәкселәре һәм белгестәр ҡатнашты.

Хужалыҡтарҙа булғандан һуң Сапыҡ ауылы клубында сараның пленар өлөшө уҙғарылды, фермерҙар, райондың баш зоотехнигы. Ғәли Айытов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Михаил Чижов һәм башҡалар һәр тармаҡҡа айырым анализ яһаны. Ғайса Янбаев билдәләүенсә, былтыр барлыҡ хужалыҡтар дәүләттән 95 миллион һумлыҡ субсидия алған, шуның 14 миллион һумы – һөт өсөн.




Вернуться назад