Сибай инвестиция форумын ҡабул итергә әҙер20.02.2019
Билдәле булыуынса, Сибайҙа 2012 йылдан алып һәр ике йыл һайын “Урал аръяғы” иҡтисади форумы үткәрелеп килә. Сарала ошо биләмәләге инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, уны хәл итеү юлдары, бизнесҡа дәүләт ярҙамы, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү өсөн яңы предприятиелар асыу һ.б. мәсьәләләр ҡарала.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡалаға эш сәфәре барышында был форумды йыл һайын үткәреү кәрәклеген белдерҙе. “Ул Сибайҙың төп брендына әйләнергә, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеүҙе төп маҡсат итеп алырға тейеш”, – тине Радий Фәрит улы.

Ошо көндәрҙә иһә сираттағы форумды ойоштороу, уның йөкмәткеһен, маҡсаттарын билдәләү буйынса эшсе төркөм ултырышы ойошторолдо. Фекер алышыуҙа “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһы рәйестәше Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашты.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, форумда быйыл да республикабыҙҙың һәм күрше өлкәләрҙең эре сәнәғәт компаниялары етәкселәре, сит ил бизнес-структуралары, федераль һәм төбәк власы органдары, үҫеш институттары вәкилдәре, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, күренекле ғалимдар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса үҙ эшен асҡан йүнселдәр һ.б. ҡатнашасаҡ.

– Ошоға тиклем ойошторолған иҡтисади форумдарҙан айырмалы, быйылғы сара “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тигән исем менән үтәсәк һәм артабан да шулай тип йөрөтөләсәк, – тине Андрей Назаров.

Төбәккә эшҡыуарҙарҙы, инвесторҙарҙы йәлеп итеү маҡсатын ҡуйған форум 14-15 июндә үтә. Тәүге көндә Сибай ҡалаһында пленар ултырыш буласаҡ, төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк. 15 июндә иһә Урал аръяғы райондарының береһендә халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуй ойоштороу ҡарала.

Тимәк, көньяҡ-көнсығыштың иҡтисади үҙәге булған Сибай тиҙҙән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу майҙанына әүереләсәк.


Вернуться назад