Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә юғары технологиялы 250 берәмек ҡорамал урынлаштырыласаҡ өс етештереү-технология үҙәге булдырыу буйынса эш бара.Уларҙың барыһы ла иң яҡшы донъя стандарттарын иҫәптә тотоп проектланған. Был хаҡта бөгөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровҡа берекмәнең идара директоры Евгений Семивеличенко һөйләне.
185-се етештереү-технология үҙәгендә импортҡа алмаш программаһы буйынса ВК-2500 двигателе компоненттарын сығарыу менән шөғөлләнәләр. Был компоненттар вертолет двигателдәре өсөн файҙаланыла. Етештереү бинаһында (уның цехтарында 1996 йылға тиклем “Москвич” автомобилдәренә двигателдәр йыйылған) илленән ашыу юғары технологиялы станок ҡуйылған.
Былтыр ғинуарҙа был үҙәктә ил Президенты Владимир Путин булып, уның техник йыһазландырылыу торошон, етештереү ҡеүәтен юғары баһаланы.
Игорь Комаров шулай уҡ авиация двигателдәрен ҡулдан йыйыу эше нисек атҡарылғанын күрҙе, бында хеҙмәт иткән юғары квалификациялы һөнәр эйәләре менән аралашты, “двигателдәр аллеяһы”на ҡуйылған өлгөләрҙе ҡараны, эшмәкәрлеккә юғары баһа бирҙе.