“Бөгөн донъяла күмер нефть һәм газға ҡарағанда ла күберәк файҙаланылыуын аныҡ беләм. Күмер донъя энергетикаһының мөһим тармағы булыуын дауам итә”, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин күмер сығарыусылар алдындағы бер сығышында. Эйе, бөгөн тәү ҡарауға күпселек урында газ яғыулығы ҡулланылһа ла, күмер үҙенең кәрәкле сеймал булыуын һаҡлап килә.
Былтыр Рәсәй күмер сығарыу буйынса Совет осорондағы рекордты уҙып китте. Шахтерҙар ырамлы эшләп, хатта 12 йыллыҡ планды алдан үтәп ҡуйҙы, сөнки Рәсәйҙең Энергетика министрлығы бындай күләмде 2030 йылда күрергә теләүен белдергәйне.
Рәсәй бишенсе йыл рәттән күмер сығарыу күләмен арттыра. Мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылда шахтерҙар 373 миллион тоннаға яғыулыҡ сығарһа, 2017 йылда 400 миллион тоннанан артып киткән. Экспортҡа оҙатыу 190 миллион тоннаға еткән. Ә былтырғы күрһәткестәрҙе белгестәр мөғжизәгә тиңләй. 410 миллион тоннаға еткереүгә иҫәп тотолһа, уны арттырып, 440 миллион тоннаға етте. Шуның 359 миллион тоннаһы ташкүмер өлөшөнә тура килһә, 81,4 миллионы – һоро. Экспорт 210 миллион тоннанан артты. Тимәк, антрациттың яртыһы ситкә оҙатыла.
Иң мөһиме – күмерселәр РСФСР осоронда 1988 йылда ҡуйылған тарихи рекордты – 425 миллион тоннаны үтеп китте. Әйткәндәй, бынан һуң уңыш әллә ни ҡыуандырманы, 12 йыл буйына күрһәткестәр түбән тәгәрәй барҙы. Һөҙөмтәлә 2001 йылда 229 миллион тоннаға тиклем кәмене.
Хәҙер тармаҡ яҡшы үҫешә, хатта һөҙөмтә алға ҡуйылған дәүләт планына ҡарағанда ла шәп. Энергетик стратегияның тәүге вариантына ярашлы, 2017 йылда – 380 миллион тонна, былтыр 390 миллион тоннаға етергә тейеш инек. Шулай күрһәткесте даими арттыра-арттыра, алдағы 14 йылда 430 миллион тоннаға тиклем күмер сығарыу маҡсаты ҡуйылды.
Бөгөн был күрһәткесте тулыһынса ҡабаттан ҡаранылар, ә йыл башында Энергетика министрлығы күмер етештереүҙе 2025 йылға – 560 миллион тоннаға, 2030 йылға 590 миллион тоннаға еткереү планын билдәләне. Әле был күрһәткес буйынса беҙ донъяла – бишенсе урында. Бындай һандар менән Австралияны һәм барлыҡ ЕС илдәрен бергә ҡушып, өсөнсө урынға сығасаҡбыҙ. Авторҙар был мәғлүмәтте түбәндәге нигеҙҙәргә һылтанып әйтә.
Беренсенән, беҙ күмер запасы буйынса донъяла АҠШ-тан ҡала икенсе урынды биләйбеҙ (өсөнсө – Ҡытай). Рәсәйҙә 200 миллиард тонна ҡаты яғыулыҡты сығарыу 500 йылға артығы менән етә. Әйткәндәй, ҡайһы бер күмер бассейндары ғәжәп бай һәм уларҙы эшкәртеү бер нисә мең йылға етәсәк.
Икенсенән, 15 – 20 йылда донъя күмер менән ҡаплап алынасаҡ тип күҙаллана. Антрацит, иң арзан яғыулыҡ төрө булараҡ, яңынан энергетиканың төп көсө иҫәпләнәсәк һәм углеводородты әүҙем алмаштырасаҡ. Эксперттар билдәләүенсә, әгәр уға донъяла ихтыяж арта барһа, Рәсәй биш – ете йылдан экспорттан 1,6-нан ике триллион һумға тиклем аҡса эшләйәсәк (йылына 25 – 30 миллиард доллар).