Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум19.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға әҙер булыуы тураһында белдерҙе.

2024 йылға тиклем төбәк проекттарын финанслауҙың дөйөм күләме 180 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк, тип күҙаллана. Шуның 46 миллиард һумға яҡыны – бюджеттан тыш аҡса.

– Барлыҡ 12 милли һәм 46 федераль проекттың раҫланған паспорттары республикаға еткерелде. Әҙерлек эше ваҡытында тамамланды. 55 төбәк проекты нигеҙендә стратегик бурыстарҙы үтәргә ниәтләйбеҙ, – тине республика етәксеһе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә.


Быйыл федераль ҡаҙнанан 15 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүе көтөлә. Был иһә быйыл төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡаралған дөйөм аҡсаның 44 процентын тәшкил итә.



Вернуться назад