Ғинуарҙа Башҡортостан бюджетына 27 миллиард 456 миллион һум һалым аҡсаһы килде. Былтырғы менән сағыштырғанда, 4,9 процентҡа күберәк. Айырым суммаларға килгәндә, иң күбе файҙалы ҡаҙылмалар табыусыларҙан йыйылған – 39,2 процент, йәғни 10 миллиард 755 миллион һум. Икенсе урында – акциздар (20,1 процент – 5 миллиард 523 миллион һум), өсөнсөлә – өҫтәмә хаҡҡа һалым (17,7 процент – 4 миллиард 862 һум).
Артабан физик шәхестең килеменә, ойошмаларҙың табышына, мөлкәткә һалымдар килә.